5 декабрь, Дүшәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 14:00

Оҙайлы Яңы йыл каникулдары почта хеҙмәткәрҙәренә пенсия һәм социаль пособиеларҙы ваҡытында биреүгә ҡамасауламаясаҡ

автор: Любовь Колоколова

Рәсәйлеләрҙе ғинуарҙа көткән ун көнлөк Яңы йыл каникулдарына ҡарамаҫтан, «Рәсәй почтаһы» пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы күләмдә алып барып еткерәсәк.

Улай ғына түгел, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимовтың әйтеүенсә, РФ Пенсия фонды менән килешеү буйынса почта хеҙмәткәрҙәре аҡсалата түләүҙәр алыу графигы 2 ғинуарға тура килгән граждандарға пенсиялар һәм пособиеларын декабрҙә үк килтереп бирәсәк.

2011 йылдың 3 ғинуарынан 10-ына тиклем түләнергә тейешле пенсиялар һәм пособиелар ҙа билдәләнгән графикка ярашлы биреләсәк. Пенсияларын 7, 8 һәм 9 ғинуарҙа алырға тейешле кешеләргә лә улар ваҡытынан алда алып барып еткереләсәк.  

Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар алыусыларға айлыҡ түләүҙәр, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә түләүгә айлыҡ субсидиялар, пенсияға өҫтәмәләр, бала ҡарау буйынса түләүҙәр ҡәҙимге график буйынса еткереләсәк, шул иҫәптән байрам көндәрендә лә.