Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Дмитрий Купцов вафат булды

Йәмғиәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов йәкшәмбе көнө иртәнсәк Өфөлә 47 йәшендә генә ҡапыл вафат булды. Үлем сәбәбе – инфаркт, тип фаразлайҙар.

Был кеше коллегаларының һәм Башҡортостан халҡының хәтерендә төнгө ваҡытта алкоголле эсемлектәр менән һатыу итеүҙе сикләү тураһында закондар һәм республикала пассажирҙар ташыуҙы тәртипкә һалыусы транспорт закондары сығарыусы булараҡ ҡаласаҡ.

Бынан тыш, Дмитрий Купцов Өфөлә Еңеү паркы менән йәнәштә урынлашҡан ҡайғылы әсә фигураһы формаһында яугир-интернационалистарға һәйкәлгә средстволар йыйыу инициаторҙарының береһе булды. Был тема Дмитрий Купцовҡа үтә лә яҡын – ул үҙе Афғанстанда МИ-8 вертолетының һауа уҡсыһы булып хеҙмәт иткән.

Дмитрий Купцовтың ете йәшлек игеҙәк балалары етем ҡалды. Депутат менән хушлашыу шишәмбе көнө, 28 декабрҙә, сәғәт 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем Зәки Вәлиди урамы, 40 адресы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть