4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 13:25

Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советтары ойошторола

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Республикабыҙ райондары һәм ҡалаларында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советтары ойоштороласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, йәштәр советтары район ҡоролтайҙары ҡарамағында асыла.

— Бындай советтар әлегә республиканың биш районында булдырылған, — тине Вәлиәхмәт Бәҙретдинов. – Мартҡа уларҙы бөтә ауыл-ҡалаларҙа асырға ниәтләйбеҙ. Был хәрәкәт яңы башлана ғына. Башҡарма комитеттың бар ағзаларын да эшкә йәлеп итәбеҙ, һәр береһе айырым район өсөн яуаплы буласаҡ. Артабан эш планын тикшерәсәкбеҙ, республика семинары үткәрәсәкбеҙ.  

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәштәр советы эшенең төп йүнәлеше буласаҡ. Бынан тыш, улар киң мәҙәни һәм мәғариф саралары алып барыу менән шөғөлләнәсәк, йәштәрҙе әүҙем тормош позицияһына дәртләндерәсәк. Яңы советтар эшен Барҡарма комитет рәйесенең йәштәр эштәре буйынса урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин контролдә тотасаҡ.