3 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 12:52

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда артыҡ һыуыҡ булмаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда ҡар яуыуы аҙнаның икенсе яртыһында ғына туҡтаясаҡ.  Шаршамбыға тиклем, 29 декабргәсә, республикала ҡар яуыуы һәм юлдарға көрт һалыуы күҙәтеләсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.

— Һауа температураһы был көндәрҙә өс-һигеҙ градус һыуыҡ буласаҡ, — тине ул. –29 декабрҙән һауа торошо үҙгәрәсәк, ҡар һирәк яуасаҡ.  

30 декабргә ҡарай төндә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Ул минус 10-15 градус тәшкил итәсәк, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 20 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал.

Анна Козаева әйтеүенсә, иң һыуыҡ төн 31 декабргә тура киләсәк. Республика буйынса һауа температура минус 17-22 градус тәшкил итһә, төньяҡ райондарҙа 30 градус һыуыҡ буласаҡ.

Яңы йыл төнөндә республика буйынса — минус 10-15 градус, айырым райондарҙа 17-22 градусҡаса һыуыҡ булыуы көтөлә.

темалар: һауа торошо