10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2010 йыл, 9:03

28-29 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдары көнө үтәсәк

автор: Руфина Хананова

Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдары көнө Өфөлә 28-29 декабрҙә үтәсәк. Сара сиктәрендә республика йәш ғалимдарының һәм белгестәренең ултырышы, Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһенең кәңәшмә-семинары үтәсәк.  

Ике түңәрәк өҫтәлде һәм бер семинарҙы үҙ эсенә аласаҡ «Башҡортостан Республикаһында йәш ғалимдарҙың ғилми-ғәмәли эшмәкәрлеге: мөмкинлектәр һәм перспективалар» кәңәшмә-семинары Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдары көнөнөң төп сараһы буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдары көнөн йомғаҡлап, сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың дәүләт һәм бизнес структураларына, республика вуздары һәм академик институттары етәкселәренә, фән һәм мәғариф өлкәһендәге йәштәр йәмәғәт ойошмаларына адресланған рекомендациялар ҡабул итәсәк.  

темалар: анонс