4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 11:55

Муниципалитеттар яңы коммуналь техника алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика муниципалитеттарына коммуналь техниканың һуңғы партияһынан асҡыстар тапшырҙы. 14 махсус йыһазландырылған «КамАЗ»ды ҡабул итеп алырға ҡала һәм район хакимите башлыҡтары урынбаҫарҙары килде.

Коммуналь проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итеү өсөн техника менән тәьмин итеү Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы араһында коммуналь техника һатып алыуға федераль субсидиялар йәлеп итеү тураһында килешеүгә ярашлы бойомға ашырылды.

— 2010 йылда Рәсәй һәм Башҡортостан бюджеттарынан 51 коммуналь техника берәмеге һатып алыу өсөн 78 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, — тине, яңы техниканан асҡыс тапшырып, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов. – Шул иҫәптән 54628448 һумы – федераль средстволар, 23 миллион һумдан ашыуын ҡушма финанслау тәртибендә муниципаль берәмектәр бүлде. Шулай итеп, средстволар нисбәте 70 һәм 30 процент тәшкил итә.

Йәкшәмбе көнө сираттағы, быйылғы йылда коммуналь техниканың һуңғы партияһы – 14 вакуумлы машина килде. Быйылға килешеү тулыһынса үтәлде.

— Был эш дауам иттереләсәк, — тип ышандырҙы Ирек Ялалов. — Коммуналь техниканы яңыртмайынса һәм юғары етештереүсәнле машиналар һәм механизмдар һатып алмайынса ҡала һәм райондарҙы төҙөкләндереү ҡыйынға тура киләсәк. Киләһе йылда ла муниципалитеттар коммуналь техника ала аласаҡ. Тик бының өсөн улар үҙ яғынан был программаны ҡушма финанслау мәсьәләһендә әүҙемлек күрһәтергә тейеш.