Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йыл башынан алып икенсел торлаҡҡа хаҡтар 12 процентҡа артты

Иҡтисад

Өфөлә тәҡдим ителгән икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы квадрат метрына 44,83 мең һум тәшкил итә. Бер аҙнала ул бер процентҡа артҡан.

Бер бүлмәле һәм күп бүлмәле фатирҙарға хаҡтар — 0,9 процентҡа, ике бүлмәлеләргә — 1,1 процентҡа, өс бүлмәле фатирҙарға бер процентҡа күтәрелгән. Йыл башынан алып бөтә төрҙәге фатирҙарға хаҡтар 12 процентҡа артҡан.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Был 45 квадрат метрлыҡ фатир К.Маркс урамында урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Ул дүрт бүлмәле, дөйөм майҙаны — 230 квадрат метр, М.Кәрим урамында урынлашҡан.

Иң арзан бүлмә Башҡортостандың баш ҡалаһында 500 мең һум тора. Ул Интернациональ урамында урынлашҡан. Майҙаны 12 квадрат метр тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмә — Йәштәр бульварында, хаҡы — 1250 мең һум, майҙаны — 17,2 квадрат метр.

Иң ҡыйбат коттедж Аҡманайҙа тәҡдим ителә, майҙаны — 450 квадрат метр. Хаҡы — 20 миллион һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть