11 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 9:04

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты 1,5-миллионлыҡ кимәлгә яҡынлаша

автор: Любовь Колоколова

Миллион ярым пассажир – шундай кимәлгә етергә ниәтләй 2010 йыл йомғаҡтары буйынса «Өфө» халыҡ-ара аэропорты. Хеҙмәтләндерелгән пасажирҙар иҫәбе айырыуса халыҡ-ара йүнәлештәрҙә артҡан – 2009 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 25 процент тәшкил иткән.

Алдан яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Өфө аэропортының төп производство күрһәткестәре 17 процентҡа артҡан. Йыл эсендә (декабрҙең һуңғы көндәрен иҫәпкә алмағанда) 10734 осош хеҙмәтләндерелгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда был 15 процентҡа күберәк. Шул уҡ мәлдә дөйөм осош массаһы 13,9 процентҡа артҡан.

Өфө авиабаҙарына быйылғы йылда «Уральские авиалинии», «ДОНавиа», «Нордавиа – төбәк авиалиниялары», «Северный ветер», «Скай Экспресс» кеүек яңы компаниялар килгән. Уларҙың килеүе осоштар географияһын киңәйтергә һәм Дубайға — даими рейс, Тунисҡа — чартер рейсы, шулай уҡ Душанбе, Худжанд кеүек яңы йүнәлештәр асырға мөмкинлек биргән.

Өфөнөң пассажирҙар ташыу баҙарында оҙаҡ йылдар эшләгән компаниялар менән берлектәге эш Төмәнгә, Нягангә, Ханты-Мансийскиға, Түбәнге Новгородҡа рейстарҙы ҡайтанан асырға, шулай уҡ Мәскәү һәм Петербургҡа осоштар йышлығын арттырырға мөмкинлек биргән.