Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов менән Игорь Путин Өфөләге ҡайһы бер инвестпроекттарҙы тикшерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостанда «СургутТрубоПроводСтрой» компанияһы президенты Игорь Путин менән уның Директорҙар советы рәйесе Сергей Кошкин булып китте. Улар республика менән ҡайһы бер инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу майҙансығы булараҡ ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында бизнесмендар Стәрлетамаҡта нефть-газ табыу комплексы объекттары төҙөү буйынса предприятиеның бэк-офисын асыуға ҡағылышлы пландары менән уртаҡлашты.

БР Президенты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа, компания Рәсәйҙең Төньяғында һәм Алыҫ Көнсығышта тормошҡа ашырылған проекттарға Башҡортостан торба үткәреү комплекстарынан тәжрибәле төҙөүселәрҙе йәлеп итергә ниәтләй, тип билдәләнде.

Өфөлә инвесторҙар ике – «Ашан» һәм аквапарк мегаүҙәген төҙөргә планлаштыра. Сергей Кошкин Өфө кеүек ҡалала әлегә тиклем бер аквапарк та булмауына сикһеҙ ғәжәпләнеүен белдерҙе. Бизнесмен фекеренсә, өфөлөләр ҡалала заманса һыу аттракциондары булдырыуға лайыҡ.  

Рөстәм Хәмитов үрҙә әйтелгән башланғыстарҙы хупланы һәм, Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыла, тип билдәләне. Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәккә инвестициялар менән килеүсе компанияларҙы яҡлау – республика өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть