Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев муниципалитеттарҙы «таҙартыуға» саҡырҙы

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Яңы йыл алдынан биргән интервьюһында муниципалитеттар араһында «таҙартыу» үткәрергә саҡырҙы. Уның фекеренсә, был түрәлектең коррупцияға иң ныҡ бирелгән секторы.  

— Федераль властар был йәһәттән таҙараҡ, — тине дәүләт башлығы. – Төбәк властары араһында ла лайыҡһыҙ кешеләр һирәк осрай. Ә бына урындағы власть вәкилдәре араһында, дәүләт хеҙмәткәре үтәргә тейешле кодекс урынына, икенсе төрлө кодекс буйынса йәшәгәндәр күп. Шуға күрә урындағы властарҙа «таҙартыуҙар» үткәрергә кәрәк. Шул уҡ мәлдә ҡулға таҙа булмаған чиновниктарҙа бик йыш илебеҙҙең төп сәйәси көсө значоктары һәм билеттары булыу мөмкинлеген иҫтә тотоу зарур. Был уларҙың эштәренә күҙ йоморға тейешлекте аңлатмай. Киреһенсә, уларҙы фаш итергә һәм партия рәтенән ҡыуырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть