Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнән Мәскәүгә тағы бер авиарейс асыла

Иҡтисад

Башҡортостанда иң популяр авиамаршрут – «Өфө — Мәскәү» — шәмбе, 25 декабрҙә, тағы бер уңайлы рейс менән тулыланасаҡ. Авиаташыуҙарҙың урындағы баҙарына бөгөн тағы бер авиакомпания — «Нордавиа – төбәк авиалиниялары» –  килде. Ул Рәсәй баш ҡалаһына (Шереметьево аэропорты) «Боинг» 737-500 самолеттарында осош яһаясаҡ.

Ошо айҡанлы «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәтенең бизнес-залында матбуғат конференцияһы үткәрелде, унда «Нордавиа» авиакомпанияһы вәкилдәре һәм «Өфө» аэропортының коммерция директоры Олег Микрюков ҡатнашты.

Мәскәүҙән Өфөгә һәм кирегә компания аҙнаһына алты тапҡыр (йәкшәмбенән тыш) осасаҡ. Өфөнән урындағы ваҡыт менән 20 сәғәт 25 минутта сығасаҡ, Шереметьевонан – 14 сәғәт 15 минутта (Мәскәү ваҡыты).

«Нордавиа»ның коммерция директоры Виталий Шахов авиакомпанияның тариф сәйәсәте тураһында һөйләне, ул пенсионерҙар һәм 13 йәшкә тиклемге балалар өсөн арзан билеттар, шулай уҡ төркөм менән осоуға ташламалар тәҡдим итә. Башҡортостанда киләһе йылдан социаль туризм программаһы үҫтереләсәге хаҡында белгәс, Виталий Шахов, компания социаль туристарҙы, иң элек Рәсәй баш ҡалаһына, ташыуҙың льготалы формаһы тураһында һөйләшеүҙәр алып барыуға риза буласаҡ, тип белдерҙе.

— Республика яғынан заявкалар һәм тәҡдимдәр көтәбеҙ, — тине «Нордавиа» вәкилдәре. – Был бик яҡшы эш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть