Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

2010 йылда аграрийҙарға, төҙөүселәргә һәм эшҡыуарҙарға кредит биреү күләме артты

Иҡтисад

Былтыр Башҡортостандың банкылар секторында кредит биреү күләме 27,2 процентҡа артты. Был турала бөгөн үткән матбуғат конференцияһында БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.

— Республиканың аграр секторы өсөн иҫ киткес ҡоролоҡ менән бәйле уңышһыҙ йыл булыуға ҡарамаҫтан, агропредприятиеларға быйыл кредиттар күберәк бирелде. Уҙып барыусы йылдың 11 айында ғына Башҡортостандың аграр секторына кредит биреү күләме 6,7 миллиард һумға етте — был тулыһынса 2009 йылдағыға ҡарағанда күберәк, — тине Милли банк башлығы.

— Дөрөҫ, агросәнәғәт комплексының финанс хәле насарайҙы, был кредиттар буйынса бурыстың артыуында сағылды, — тип өҫтәне Рөстәм Хәбиб улы.

Быйыл бәләкәй һәм урта бизнес банкыларҙан ҙур финанс ярҙамы алды. Былтыр республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа кредит биреү күләме 45,4 миллиард һум тәшкил итте. Быйыл йыл башынан алып әлеге ваҡытҡа тиклем ул 48 миллиард һумға етте.

2009 йыл менән сағыштырғанда ипотека буйынса торлаҡ төҙөлөшөнә кредит биреү 2,5 тапҡырға артты, шулай ҙа көрсөккә тиклем осорҙа ул күберәк ине.  

БР Милли банкы башлығы төҙөлөш ойошмаларының бурысы ҙур булыуын билдәләне. Рөстәм Мәрҙәнов фекеренсә, был тамамланмаған төҙөлөш объекттарының күп булыуына бәйләнгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть