Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда банкылар секторы Рәсәйгә ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа баҫа

Иҡтисад

— Башҡортостанда банкылар секторы бөтә донъя глобаль көрсөгөнән һуң Рәсәйҙәгегә ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа баҫа, – тип хәбәр итте йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы Милли банкы етәксеһе Рөстәм Мәрҙәнов.

Республикала банкылар секторы эшенә тотороҡлолоҡ хас: уҙып барыусы йылда түләүҙәр системаһы тотороҡло эшләне, республиканың бер банкы ла ябылманы, — тине Рөстәм Хәбиб улы.

Башҡортостанда Рәсәй менән сағыштырғанда банкылар системаһының йылдамыраҡ аяҡҡа баҫыуы төп күрһәткестәр буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр 2010 йылдың 1 ноябренә Рәсәй Федерацияһында банк активтары 8,5 процентҡа үҫешһә, Башҡортостан Республикаһында иһә – 15,2 процентҡа. РФ буйынса кредит биреү күләме 8,7 процентҡа артһа, БР буйынса – 27,2  процентҡа. Рәсәйҙә халыҡ вкладтарының үҫеше 21,3 процент тәшкил итһә, Башҡортостанда – 25,3 процент. Тотош ил буйынса банкылар капиталы күләме 0,2 процентҡа артһа, республика буйынса – 9,3 процентҡа.

Рөстәм Мәрҙәнов, уҙып барыусы йылда Башҡортостандың банкылар секторында бөтә төп күрһәткестәр буйынса ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелде, тип билдәләне. БР Милли банкы етәксеһе, 2010 йылда банкылар секторының килеме ике миллиард һумға яҡын тәшкил итте, ә 2009 йылда зыян алты миллиард һумға еткәйне, тип тә өҫтәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть