4 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2010 йыл, 15:51

Рәсәй Президенты модернизациялауға тәүге йомғаҡтар яһаны

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, төп телеканалдарҙың тура эфирында сығыш яһап, илде модернизациялауҙың тәүге йомғаҡтарын билдәләп үтте. Уның фекеренсә, модернизация бара, уның зарурлығын аңлау барлыҡҡа килә.

— Бының өҫтөндә хәҙер күптәр эшләй: мәсьәләгә Дәүләт Думаһы тотондо, был темаға Хөкүмәт ҡарарҙары сыға, — тип билдәләне Президент. — Хәҙер инновациялар темаһына иғтибарлы ҡарай башланылар. Өҫтөнлөк биргәндә иҡтисади артта ҡалыуҙы һәм иҡтисадтың сеймалға бәйлелеген иҫәпкә алырға кәрәк. Модернизациялау темптары арта. Әммә бик аҙ ғына эшләнгән әле. Ҡәҙимге әйберҙәргә килгәндә, хатта лампочкаларҙы ла замансараҡ итеп сығара башланылар, улар энергияны аҙыраҡ тотона.

темалар: рф президенты