6 декабрь, Шишәмбе

24 декабрь 2010 йыл, 15:22

«Салауат Юлаев» хоккей клубы президенты Урал Рәхимов эш хаҡы иҫәбенә 645 миллион һум алған

автор: "Башинформ",актуаль мәғлүмәт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы президенты Урал Рәхимов эш хаҡы иҫәбенә 645 миллион һум алған".  “Республика Башкортостан" гәзите бөгөнгө номерында шундай мәҡәлә биргән. Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы мәғлүмәтенә һылтанып, баҫма ошондай мәғлүмәт бирә.

2008 йылдың 1 ғинуарынан 2010 йылдың 30 сентябренә тиклем “Ағиҙел”, “Йүрүҙән”, “Инйәр” һәм “Урал” хәйриә фондтары тарафынан хәйриә маҡсаттарына 9,137 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән 6 миллиард һум – “Салауат Юлаев” хоккей клубы коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы, 62 миллион һум – Өфө ҡалаһының 18-се ҡала дауаханаһы, 15 миллион һум – Күгәрсен районы хакимиәте, 5 миллион һум Өфө хакимиәте исеменә индерелгән.

Шул уҡ ваҡытта “Салауат Юлаев” хоккей клубы президенты Урал Рәхимовтың (Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың улы) уртаса айлыҡ эш хаҡы 45 миллион һум самаһы тәшкил иткән. 2009 йылдың мартынан 2010 йылдың майына тиклем уның шәхси иҫәбенә 645,509 миллион һумлыҡ килем ингән.

2006 йылда “Башҡортостан капиталы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы (Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы акцияларының контроль пакеты хужаһы) тарафынан “Йүрүҙән”, “Ағиҙел”, “Инйәр” һәм “Урал” хәйриә фондтары исеменә хәйриә иғәнәһе рәүешендә “Яңы Өфө” нефть эшкәртеү заводы” (65,7 %), “Өфөнефтехим” (52,6 %), “Өфө нефть эшкәртеү заводы” (59,7 %), “Өфөоргсинтез” (58,1 %), “Башнефть” (64,84 %), “Башкирнефтепродукт” (58,1 %) асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең акциялары тапшырыла. 2006 йылдың апрелендә коммерция эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн хәйриә фондтары тарафынан юридик шәхестәр – “Урал-Инвест”, “Йүрүҙән-инвест”, “Ағиҙел-инвест”, “Инйәр-инвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ойошторола. Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының үрҙә әйтелгән акциялары уларға тапшырыла. 2009 йылда “Урал-Инвест”, “Йүрүҙән-инвест”, “Ағиҙел-инвест”, “Инйәр-инвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендәге “Яңы Өфө” нефть эшкәртеү заводы” (65,7 %), “Өфөнефтехим” (52,6 %), “Өфө нефть эшкәртеү заводы” (59,7 %), “Өфөоргсинтез” (58,1 %), “Башнефть” (64,84 %), “Башкирнефтепродукт” (58,1 %) асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең акциялары “АФК “Система” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һатыла. 2009 йылдың 8 апрелендә “АФК “Система” йәмғиәте үрҙә әйтелгән инвестиция ойошмалары иҫәбенә “акциялар өсөн” тип нигеҙләп, 66,768 миллиард һум аҡса күсерә. 2010 йылда Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы акцияларын һатыуҙан алынған бөтә аҡса “Урал” тип аталған бер хәйриә фондында туплана.