Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

24 декабрь – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Сәйәсәт

24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Башҡортостандың Төп Законы Юғары Совет тарафынан бынан 17 йыл элек —1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә.

Тәүге тапҡыр Төп Законды тулыһынса республика үҙе әҙерләй (элекке Конституциялар асылда союз һәм Рәсәй Конституцияларының ҡыҫҡартылған варианттары була). Конституция ҡатмарлы һәм бик яуаплы осорҙа ҡабул ителә, ул халыҡтың һәм дәүләттең, бөтә социумдың йәшәйешен көйләүсе була.

Конституция демократик хоҡуҡи дәүләт һәм социаль йүнәлешле иҡтисад нигеҙҙәрен нығытты. Республикала власть һәм граждандар йәмғиәтенең демократик институттары: парламент — БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, президентлыҡ институты ойоштороу радикаль яңылыҡ булды. Тап БР Конституцияһын ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошона тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, иркен һайлау, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр килеп инде, республика мировой судьялар институты төҙөлдө һәм уңышлы эшләй.

17 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы билдәле бер үҙгәрештәр кисерҙе. Төп Законға 2006 йылдың июнендә мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр биреү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле булды. Ләкин 1993 йылғы Конституцияның төп положениелары һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсәгилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөү принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы берҙәмлеген тәьмин итеүҙе, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть