3 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2010 йыл, 11:38

Башҡортостан Интервенция фонды игененә дәғүәселәр иҫәбендә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Интервенция фонды игененең беренсе партияһын яҡын араларҙа һатырға планлаштыра.

211 мең тонна иген Башҡортостан, Сыуашстан, Ставрополь крайы, Белгород, Волгоград, Воронеж, Калининград, Орел, Курск, Псков, Нижегородка, Новосибирск, Һамар, Һарытау һәм Тамбов өлкәләре араһында бүленәсәк. Был турала «Российская газета» Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы башлығына һылтанып хәбәр итә.

Елена Скрынник әйтеүенсә, яҡындағы айҙа, ике хөкүмәт ҡарарына ярашлы, предприятие-элеваторҙары банкротлыҡ стадияһында булған 15 төбәктә 211 мең тонна иген һатыласаҡ. Тағы 900 мең тонна — дүрт төбәктә (Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре).

Беренсе вице-премьер Виктор Зубков белдереүенсә, ике аҙна эсендә төбәктәр башлыҡтары Ауыл хужалығы министрлығына һәр алыусыға тәғәйенләнгән иген күләме менән фондтан иген алыусылар исемлеген тапшырырға тейеш.  

Интервенция фондынан игенде 2011 йыл башында артабан бүлеү мөмкинлегенә килгәндә, Ауыл хужалығы министрлығы башлығы, был “баҙарҙағы хәлгә бәйле буласаҡ”, тип белдерҙе.