9 декабрь, Йома

24 декабрь 2010 йыл, 10:50

Троллейбус заводы директоры предприятие милкен һатҡан

автор: Ольга Мортазина

«Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директорына «вәкәләттәре менән саманан тыш файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан уның завод милкен туғанына теркәлгән ярҙамсы предприятиеға һатыу факты асыҡланған. Тикшереү версияһы буйынса, 2007 йылда уҡ етәксе, үҙ вазифаһынан файҙаланып, директорҙар советы менән кәңәшләшмәйенсә, производствола кәрәкле ҡорамалдарҙы һатҡан. Бының һөҙөмтәһендә акционерҙарҙың законлы мәнфәғәттәренә 11 миллион һумдан ашыулыҡ зыян килтерелгән. Завод акцияларының контроль пакеты дәүләттеке. Хәҙер был хәлде тәфтишселәр тикшерә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: коррупция