Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

2010 йылда Башҡортостанда 30 меңдән ашыу граждан ағас менән тәьмин ителгән

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың 20 декабренә ҡарата халыҡ ихтыяждарында 1303,5 мең кубометр ағас бүленгән. Шул иҫәптән ылыҫлы ағас — 253,6 мең кубометр. Шуларҙан торлаҡ төҙөлөшө өсөн 560,1 мең куб.м, шул иҫәптән 230,3  мең куб.м. ылыҫлы ағас (2830  кеше) бүленгән һәм 5658 кеше тәьмин ителгән.

Йорт-ҡаралты төҙөлөшөнә һәм ремонтлауға 447,4 мең куб.м. бүленгән, 7923 кеше тәьмин ителгән.

Торлаҡ йылытыуға 295,9 мең. куб.м. бүленгән, 15689 кеше тәьмин ителгән.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы мәғлүмәте буйынса, урман хужалығына граждандарҙан ағас бүлеүҙе һорап 29992 ғариза килгән, 28588 мөрәжәғәт буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән. Бынан тыш, министрлыҡтың үҙенә 559 ғариза тапшырылған, шуларҙың 494-е ыңғай хәл ителгән.

Быйылғы йылда йәмғеһе 30 меңдән ашыу кеше ағас менән тәьмин ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть