8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2010 йыл, 10:24

Виктор Кульбицкий вазифаһынан бушатылды

автор: «Башинформ»

Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығы (Башҡортостан Республикаһы буйынса Ростехнадзор) етәксеһе Виктор Кульбицкий вазифаһынан бушатылды.

«Һуңғы йылдарҙа идаралыҡтағы хәл тотороҡһоҙ һәм ығы-зығылы булды, — тип аңлатты быны БР буйынса Ростехнадзорҙың йәмәғәт советы рәйесе Ринат Байымов. – Минеңсә, БР буйынса Ростехнадзор етәксеһе вазифаһына кандидатура Башҡортостан Президенты менән яраштырылырға тейеш. Уның Башҡортостанда тыуып үҫкән, үҙ эшен яҡшы белгән, республиканы яратҡан һәм төбәк башлығына тоғро кеше булыуы зарур».

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан Республикаһы буйынса Ростехнадзор оҙаҡ ваҡыт фажиғәле эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы булған етешһеҙлектәргә һылтанып, IKEA сауҙа комплексын асыуға рөхсәт бирмәне. Атап әйткәндә, сауҙа үҙәге менән көс подстанцияһы араһында һалынған кабелдәрҙең проектҡа тап килмәүе сәбәпле энергетика ҡоролмаларын эшкә ҡушып булмау хаҡында һүҙ барҙы.  

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың эшкә ҡатнашыуы талап ителде. Быйыл ноябрь башында ул проблеманы тикшереү өсөн объектҡа килде. Виктор Кульбицкий Швеция компанияһы вәкилдәре һәм Өфө властары менән кәңәшләшкәндән һуң IKEA декабрь уртаһында асыласаҡ, тип вәғәҙә итте. Әммә хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды.  

темалар: Ростехнадзор