11 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2010 йыл, 10:11

Башҡортостанда сәсмә алтын сығарыуға аукцион еңеүсеһе билдәләнде

автор: Светлана Ғәфүрова

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы (Башнедра) ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостан республикаһының Сөләймән майҙансығында һибелмә алтын ятҡылығын геологик яҡтан тикшереү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыу хоҡуғына аукцион иғлан итте.

Аукционда ике дәғүәсе ҡатнашты — "Алтын үҙән" алтын йыуыусылар артеле” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Алтын үҙән" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Аукционда 1-се номер аҫтында ҡатнашҡан һәм 330000 һум старт иғәнәһе күрһәтелгәндә бер тапҡыр башҡарылыусы 363000 һум күләмендә түләү индерергә әҙер булыуын раҫлаған “Алтын үҙән" алтын йыуыусылар артеле” еңеүсе тип танылды, тип хәбәр иттеләр Башнедранан.