5 декабрь, Дүшәмбе

21 декабрь 2010 йыл, 17:48

Константин Толкачев: «Күрһәтелгән хеҙмәттәр генә түләнә»

автор: "Башинформ"

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары  хеҙмәттәренә ҡулай тарифтар билдәләү халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙың мөһим проблемаларының береһе булып тора. Быйыл улар ҡырҡа ҡиммәтләнде. Ошоға бәйле проблеманы хәл итеүҙә компетентлы дәүләт власы органдарының барыһы ла, шул иҫәптән  хәлде көйләү буйынса реаль мөмкинлеккә эйә булған парламент та ҡатнашырға тейеш. Ошо йәһәттән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев хәбәрсебеҙҙең бер нисә һорауына яуап бирҙе.

— Хөрмәтле Константин Борисович, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ошондай хәл барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәре ниҙә?

— Иң элек шуны әйтергә кәрәк: иҡтисадтың был тармағы табыш биреүҙең иң тотороҡло сығанаҡтарының береһе булды һәм булып ҡала. Был табышты технологик ҡорамалдарҙы реконструкциялауға, яңыртыуға һәм уның иҫке узелдарын алмаштырыуға һалырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән эш башҡарылмай һәм быны тармаҡта енәйәтселектең үҫеүе менән  аңлатырға мөмкин. Иҡтисадтың ошо секторы был йәһәттән дә һәм техник-технологик яҡтан да иң проблемалыларҙың береһе булып ҡала.

Федераль хөкүмәт тарафынан билдәләнгән тарифтар дәүмәленең газ, башҡа энергия сығанаҡтары хаҡына бәйлелеге лә ҙур проблема булып тора. Монополистар тарафынан йыл һайын хаҡтар артыу зарурлығын реаль нигеҙләмәйенсә, күрһәтелгән хеҙмәттәргә хаҡ күтәрелә. Халыҡ тарифтарҙың нигеҙһеҙ үҫеше өсөн түләй, шул уҡ ваҡытта рентабеллелек, сығымдар, уларҙы кәметеү, монополиялар етәкселәренең хеҙмәтенә түләү кимәлен нигеҙләү кеүек төп иҡтисади күрһәткестәр иҫәпкә алынмай. Ошондай хәлдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте өсөн халыҡ алдында төбәк һәм муниципаль властарға отчет тоторға тура килә. Шуға күрә уйларға, бәлки, федераль бюджет килемдәренең бер өлөшөн төбәктәр файҙаһына маҡсатҡа ярашлы ҡайтанан бүлергә, шулай уҡ һалым сәйәсәтенә үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенең нигеҙен тәшкил иткән закондар базаһының йомшаҡлығы икенсе проблема булып тора. Был Дәүләт Думаһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу органдары тарафынан ошо проблемаға етди иғтибар биреүҙе талап итә. Халыҡтың үҙ хоҡуҡтары хаҡында тейешенсә хәбәрҙар булмауы, ошо ябай булмаған өлкәләге хәҙерге ҡануниәтте насар белеү тағы ла бер ҡатмарлы мәсьәлә. Халыҡ әүҙем түгел, бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе йорт идаралыҡтары иңенә һалыуҙы дауам итә. Торлаҡ хужалығына идара итеүҙә туранан-тура ҡатнашырлыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары һәм ойошмалары эшмәкәрлегенә йәмәғәт контролен билдәләрлек торлаҡ милекселәре ширҡәттәрен ойоштороу проблемалары ла хәл ителмәне. Ошондай шарттарҙа дәүләт һәм муниципаль власть яғынан халыҡ менән тура диалог алып барыу, үткәрелгән үҙгәртеп ҡороуҙарҙың асылын һәм йөкмәткеһен аңлатыу инициативаһы бик мөһим булып тора.

Минеңсә, бындай хәлде һәр фатирҙа йылылыҡты, һыуҙы һәм электр энергияһын иҫәпкә алыу приборҙарын ҡуйыу нигеҙендә генә һөҙөмтәле көйләргә мөмкин. Был проблеманы уңышлы хәл итеү өсөн беҙҙән ҙур тырышлыҡ талап ителәсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында баҙар мөнәсәбәттәренә күсеүҙән башҡа юл юҡ. Баҙар мөнәсәбәттәрен ойоштороу, конкурентлы мөхит булдырыу торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә ғәҙел хаҡ билдәләү һәм уларға хаҡтың артыуын сикләү мөмкинлеген бирәсәк. Мәҫәлән, 1999 йылдан 2008 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 9,5 тапҡырҙан ашыуға, ә ҡулланыу хаҡтары яҡынса 3,5 һәм халыҡтың номиналь килемдәре 5,5 тапҡырға артҡан.

— Республика парламенты депутаттары халыҡ өсөн тарифтарҙың артыуы проблемаһын нисек ҡабул итте?

— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә халыҡ өсөн тарифтар артыуы проблемаһының күптәрҙе борсоуы берәүгә лә сер түгел. Һайлаусылар депутаттарға мөрәжәғәт итә, парламентҡа бик күп хаттар һәм мөрәжәғәттәр килә. Шуға күрә йыл башынан алып парламенттың профилле комитеттары ултырыштарында ошондай көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Мәҫәлән, Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ултырышында бер нисә тапҡыр тариф сәйәсәте тураһындағы мәсьәләләр тикшерелде, республика һәм муниципаль власть органдарындағы яуаплы вазифалы кешеләрҙең отчеттары тыңланды.

Депутаттар төрлө муниципаль берә мектәрҙәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡтар айырмаһына иғтибарҙы йүнәлтте. Энергия сығанаҡтарына тарифтар федераль башҡарма власть органдары тарафынан билдәләнә һәм төбәктәрҙә федераль сәйәсәткә ниндәй ҙә булһа мөһим үҙгәрештәр индереү бик ҡыйын, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың һәм сәнәғәт предприятиеларының коммуналь түләүҙәре бер-береһенән ныҡлы айырылғанда, ике яҡлап субсидиялауҙан ҡырҡа баш тартыу кире эҙемтәләргә килтерәсәк һәм килтерә лә. Тикшереүҙәр һәм фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә депутаттарҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының ҡырҡа  артыуына юл ҡуймау тураһындағы фекере йәмәғәтселек иғтибарына еткерелде.

Шуны әйтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһында тариф сәйәсәте тулыһынса федераль ҡануниәткә ярашлы тормошҡа ашырыла. Намыҫлы эшләүсе торлаҡ милекселәре ширҡәттәрендә һәм идарасы компанияларҙа бер ниндәй ҙә проблемалар юҡ: ғәмәлдәге мәсьәләләр бәхәсһеҙ һәм торлаҡ хужалары мәнфәғәтендә, йылдам хәл ителә.

— Константин Борисович, әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тормошҡа ашырылған федераль дәүләт сәйәсәтен Һеҙ нисек һүрәтләр инегеҙ? Был йәһәттән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ниндәй позицияны биләй?

— Билдәләүемсә, 2010 йыл башында төҫмөрләнгән тарифтарҙың артыуы проблемаһы күпселек төбәктәр өсөн бөгөн дә киҫкен булып ҡала. Проблеманың киҫкенлеген бөтөрөү өсөн Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡайһы бер саралар күрелде. Мәҫәлән, коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы һәм уларҙы ҡулланыу нормативтарын билдәләү буйынса вәкәләттәрҙе төбәктәр ҡарамағына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары нигеҙһеҙ арттырылғанда ҡайһы бер проблемаларға юл ҡуймау мөмкинлеген бирҙе. Шуға күрә граждандарға финанс баҫымын ярайһы уҡ кәметеү, иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыуҙа күҙәтелгән ыңғай тенденцияларға булышлыҡ итеү маҡсатында тарифтарҙы 2011 йылда ла ошо кимәлдә һаҡлап ҡалыу сәйәсәте дауам итәсәк.

Әле граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүен үҙгәртеүҙең иң сикке индексын иҫәпләү методикаһы раҫланды. Уның нигеҙенә коммуналь хеҙмәттәр хаҡының граждандар өсөн ҡулайлылығы критерийын билдәләү һалынды. Халыҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн тулы хаҡты түгел, ә үҙенең финанс мөмкинлектәренә ярашлы түләйәсәк. Был осраҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрҙе административ көйләү торлаҡ-коммуналь комплекстағы тотҡарлыҡтарҙы граждандарҙан алып төрлө кимәлдәге бюджеттарға йөкмәтеүҙе аңлата.

Бөгөн коммуналь хеҙмәттәр хаҡы йылылыҡ менән тәьмин итеү нормативтарынан, шулай уҡ һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү тарифтарынан сығып иҫәпләнә. Уларҙы коммуналь предприятиелар үҙҙәренең иҫәп-хисаптарына таянып билдәләй. Улар араһында конкуренция булмағанға күрә, был предприятиелар нормативтарҙы яһалма арттырырға тырыша. Шуға күрә беҙ һәр ерҙә иҫәп-хисап приборҙарын ҡуймай тороп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн халыҡтың иҡтисади яҡтан нигеҙле һәм ғәҙел түләүҙәренә күсә алмаясаҡбыҙ. Был – төп проблема. Уны хәл итеү бөтә торлаҡ-коммуналь проблемаларҙы яйға һалыу мөмкинлеген бирәсәк.

Билдәләргә кәрәк: иҫәп-хисап приборҙарын ҡуйыу ресурстар ҡулланыу күләмен контролдә тотоу, уларҙы файҙаланыуҙы көйләү мөмкинлеген бирәсәк. Уларһыҙ биналар реновацияһы һәм энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса сараларҙың эҙемтәһен баһалап булмаясаҡ. Хәлде яйға һалыу өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы инициативаһы буйынса Дәүләт Думаһы тарафынан “Энергияны һаҡлау һәм энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында” Закон ҡабул ителде. 2012 йылға тиклем бөтә торлаҡ биналар ҡулланған ресурстарҙы иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылырға тейеш, тип билдәләнде.

Был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн һәр фатирҙы иҫәп-хисап приборҙары менән йыһазландырыуға ынтылыу мотлаҡ түгел, тәүге этапта йылылыҡ энергияһы, эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеү буйынса дөйөм йорт иҫәп-хисап приборҙарын ҡуйыуҙы тиҙләтеү талап ителә. Юғиһә коммуналь предприятиелар ҡулланыу нормативтарын билдәләгәндә бөтә тариф сикләүҙәрен урап үтеүҙәре ихтимал. Шуны аңлатырға кәрәк: бөгөн, нормативтарҙы иҫәпкә алып, төбәктәрҙә граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәргә түләү кимәле Европа кимәленә сыҡты, ә ҡайһы бер урындарҙа унан артып китте.

Тимәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ресурстарҙы иҫәпләүгә күсеүҙе муниципаль, төбәк һәм федераль власть кимәлдәрендә тәьмин итергә кәрәк. Шуға күрә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы структуралары алдына ҡулланылған коммуналь ресурстарҙы иҫәпләүҙе тәьмин итеү, биналар һәм ҡоролмаларҙың энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу, торлаҡ хеҙмәттәре өлкәһендә конкуренцияны әүҙемләштереү, торлаҡ милекселәре үҙидараһын киңәйтеү бурысы ҡуйылды. Шул осраҡта ғына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн халыҡ түләүҙәренең артыуына ҡаршы тороу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

— Ошо проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында Башҡортостан парламенты ниндәй ҡарарҙар ҡабул итте һәм ҡабул итәсәк?

— Иң элек шуны әйтергә теләйем, беҙгә энергия ресурстарына тарифтар кешеләр өсөн арзан булып ҡалһын, халыҡ, коммуналь хужалыҡ һәм бизнес мәнфәғәттәре балансы күҙәтелһен өсөн ике яҡлап субсидиялауҙы бөтөргән саҡта йоғонтоло саралар күреүҙе дауам итергә кәрәк. Ошо маҡсатта тарифтарға контроль буйынса депутат комиссияһы ойошторолдо һәм бер йыл эшләп килә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһындағы эштәрҙең торошона киң мониторинг тормошҡа ашырыла. Комиссия ултырыштарында компетентлы дәүләт органдары етәкселәренең ентекле мәғлүмәттәре тыңланды. Төбәктәргә тапшырылған вәкәләттәрҙән файҙаланыу нигеҙендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хеҙмәттәр өсөн тарифтарҙың артыуы процесына контроль билдәләнде. Ҡулланыусылар өсөн мәғлүмәттәрҙең асыҡлығын тәьмин итеү буйынса аҙымдар яһалды. Бында тарифтарҙың артыуы сәбәптәре, күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме һәм сифаты тураһындағы мәғлүмәттәр йәмәғәтселеккә сығарыла.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы хәлен яҡшыртыу буйынса үткәрелгән саралар һөҙөмтәһе булараҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Коммуналь комплекс ойошмаларының тарифтарын көйләү нигеҙҙәре тураһында” Федераль закондың 17-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон проекты эшләнде. Уға ярашлы, төбәктәге көйләүсе орган муниципалитеттарға етештереү йәки инвестиция программаларын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ихтыяждарын тәьмин итеүгә ҡағылмаған сығымдарҙы тарифтар составына индергән осраҡта ошо тарифтарҙы һәм уларға өҫтәмәләрҙе ваҡытынан алда ҡайтанан ҡарау тураһында күрһәтмә биреү хоҡуғына эйә буласаҡ. Дәүләт Думаһы тарафынан ошо Закон актын ҡабул итеү был өлкәләге тариф һәм хаҡтар сәйәсәтен көйләүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген бирер, тип ышанам.

Күрһәтелгән торлаҡ хеҙмәттәрен иҫәпләү приборҙарын ҡуйыу барышына йоғонтоло контролде, шулай уҡ билдәләнгән тарифтарҙы арттырыуҙың нигеҙлелегенә контролде тормошҡа ашырыу киләсәктә ошо өлкәләге төп бурыстарыбыҙҙың береһе буласаҡ. Тарифтарҙың үҫеүе йылына 15 проценттан  артмаҫҡа тейеш. Граждандарҙың айырым категорияларына иҫәп-хисап приборҙары дәүләт тарафынан бушлай ҡуйылырға тейеш.

Алдараҡ әйтеүемсә, депутаттар халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Был хәлде яҡшыртыу буйынса йоғонтоло саралар күреү маҡсатында муниципаль берәмектәр, закон сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары менән берлектәге эште уңышлы дауам итеү нигеҙе буласаҡ. Депутаттар корпусы торлаҡ фондын, шул иҫәптән энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу технологиялары иҫәбенә модернизациялау һәм реконструкциялау буйынса комплекслы саралар үткәреүҙе хуплай. Был киләсәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртасаҡ һәм уларҙың үҙҡиммәтен байтаҡҡа арзанайтасаҡ.

Алдыбыҙҙа күп фатирлы йорттарға идарасылар институтын, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау институтын ойоштороуға, шулай уҡ торлаҡ милекселәре ширҡәтенә берләшеү буйынса милекселәргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән “Йорт идарасыһы” махсус проектын тормошҡа ашырыу бурысы тора. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн генә түләүгә күсеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

Ҡыҫҡаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген хоҡуҡи тәьмин итеү парламентарийҙар эшенең даими өҫтөнлөгө булып ҡала. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары корпусының төп маҡсаты булып тора. Иҡтисади үҫеште һәм йәмғиәттә социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеп, кешеләрҙең имен тормошо өсөн яҡшы шарттар булдырыу – парламентарийҙарыбыҙҙың мөһим бурыстарының береһе.