7 декабрь, Шаршамбы

24 декабрь 2010 йыл, 9:44

Ауыл райондарындағы эшһеҙлек проблемаһын хәл итәләр

автор: Рәил Мусин

Башҡортостанда бөгөн эшһеҙлек проблемаһы бигерәк тә ауыл райондарында киҫкен тора. Әммә уларҙың күбеһендә проблеманы хәл итергә маташалар, һәм ярайһы уҡ уңышлы ғына. Атап әйткәндә, Шаран районында быйыл эшһеҙ граждандарға үҙ эшен асыуға 58800-әр һум, дөйөм алғанда, 6 миллион һум субсидия бүленде.

— Беҙҙең район — ауыл районы, — ти Шаран районының Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Мәғдән Хәйруллин, — шуға күрә был средстволар башлыса һыйыр малы һатып алыуға һәм уны һимертеүгә, ҡош-ҡорт үҫтереүгә тотонолдо. Бер нисә кеше халыҡҡа хеҙмәтләндереү күрһәтеү буйынса предприятиелар ойошторҙо.  

Мәғдән Әнғәм улы әйтеүенсә, хәҙер ауыл халҡы үҙ эшен асыуға артыҡ ҡурҡмай тотона, эшҡыуарлыҡ һәләте күрһәтә, бушлай дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле файҙаланырға тырыша.

Әгәр райондың был кешеләренән һәр береһе өҫтәмә рәүештә тағы бер кешене эш менән тәьмин итеүен иҫәпкә алһаң, бер юлы йөҙҙән ашыу кеше үҙ көсөн, белемен, оҫталығын ҡулланыу мөмкинлеге һәм бының өсөн матди дәртләндереү алған, тигән һүҙ.  

Быйыл 1 декабргә ҡарата район буйынса теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 191 кеше тәшкил итте — был былтырғыға ҡарағанда 24 кешегә кәмерәк, йәғни эшһеҙлек кимәле кәмеүгә бара.

темалар: эшһеҙлек