Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Азат Йыһаншин Күгәрсен районы хужалыҡтарында мал ҡышлатыу барышын баһаланы

Иҡтисад

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Күгәрсен районы хужалыҡтарында мал ҡышлатыу барышын тикшерҙе. Күгәрсен районы муниципаль район башлығы Фәрит Мусин һәм ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Михаил Чижиков менән бергә ведомство башлығы «Октябрь» ауыл хужалығы производство кооперативында, «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында, Чапаев исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында, «Октябрьское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең биш бүлексәһендә булды. Министрға 100 баштан ашыу һыйыр малы, шул иҫәптән 46 һыйыры булған ғаилә һөтсөлөк фермаһын күрһәттеләр. Ферма хужаһы Сергей Тужилкин шәхси ғаилә бизнесын нисек ойоштороуы хаҡында һөйләне.

Эш сәфәре барышында Азат Йыһаншин хужалыҡ етәкселәре, хеҙмәтләндереү предприятиелары етәкселәре менән осрашты, республиканың агросәнәғәт комплексында эштәр торошо, дәүләт ярҙамының ниндәй шарттарҙа бирелеүе, киләһе йылда тармаҡ үҫеше перспективалары хаҡында һөйләне, аудитория һорауҙарына яуап бирҙе, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть