7 декабрь, Шаршамбы

23 декабрь 2010 йыл, 17:35

Ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Парламенты 23 декабрҙәге пленар ултырышында, «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” БР Законын ҡабул итеп, республикала ер участкаларын һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу сроктарын 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтты.  

БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов үҙ сығышында билдәләүенсә, 2006 йылдың 1 ғинуарынан 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклем — «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» закон менән билдәләнгән ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу осоронда — был хоҡуҡ менән 350 меңдән ашыу граждан файҙаланды. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер райондарҙа ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән ер участкаһына дөйөм милексе хоҡуғында үҙ өлөшөн бер тапҡыр бушлай алыу хоҡуғына эйә булған граждандар, үҙҙәренә бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында, ер участкаларын хосусилаштыра алмай ҡалды. Был осорҙа 1500 самаһы кеше ер алыуға исемлеккә индерелде, әммә вәкәләтле органдар уларға ер участкаларын бушлай биреү тураһында тейешле ҡарарҙар ҡабул итмәне.

Ошо шарттарҙы иҫәпкә алып, республика Хөкүмәте ерҙәрҙе бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу сроктарын 2012 йылдың ғинуарына тиклем оҙайтыуҙы ҡараусы закон проектын парламент ҡарауына индерҙе.

Республика парламенты депутаттары закон проектын бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.