8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2010 йыл, 15:58

Айрат Ҡобағошов Халыҡ-ара симпозиумда ҡатнашты

автор: Әхәт Салихов

Баку ҡалаһының Музейҙар үҙәгендә Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы (ТӨРКСОЙ), Азербайжан Республикаһының Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы һәм Азербайжандың Дәүләт музыка мәҙәниәте музейы тарафынан ойошторолған «Төрки халыҡтарҙың музыка ҡоралдары» Халыҡ-ара симпозиумы үткәрелде. Симпозиумда ТӨРКСОЙ ағзалары-илдәре, АҠШ, Канада, Япония һәм Европа илдәре вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, профессор, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов ҡатнашты. Ул “Ҡурайҙа уйнауҙың төбәк башҡарыу традициялары” тигән доклад менән сығыш яһаны. Форумда музыка ҡоралдарының тарихы һәм эволюцияһы, башҡарыу оҫталығы, төрки халыҡтарҙың музыка ҡоралдарында уртаҡлыҡтар һәм үҙенсәлектәр, композиторҙар ижадында традицион музыка ҡоралдарын файҙаланыу, юғалған уйын ҡоралдарын тергеҙеү һәм юғалыуҙан һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде.  

Симпозиумда ҡатнашыусылар Халыҡ-ара Ростропович фестивале сиктәрендә Азербайжан дәүләт филармонияһында сығыш яһаған бөтә донъя йондоҙҙары концертын ҡараны.