11 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2010 йыл, 15:43

Т өркиә тарихи йәмғиәте Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды хөрмәтләп иҫкә ала

автор: Әхәт Салихов

Иртәгә, 24 декабрҙә, Төркиә Республикаһының юғары ғилми учреждениеларының береһе булған Төркиә тарихи йәмғиәте билдәле башҡорт ғалимы-төркиәтсе, профессор, доктор Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрә. Ултырышта ғалимдың ҡыҙы, Төркиә фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы, профессор, доктор Иҫәнбикә Туғандың, Вәлиди Туғандың уҡыусылары – Ушак университеты профессоры Тунджер Байкараның, Әхмәтзәки Вәлиди Туған ойошторған Ислам тикшеренеүҙәре институтының элекке директоры, профессор, доктор Сәлих Тугтың сығыштары планлаштырыла. Төркиә тарихи йәмғиәте рәйесе, профессор, доктор Али Биринджи түңәрәк өҫтәлдең етәксеһе буласаҡ.

Сара сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға арнап 1951 йылда сығарылған XXII Халыҡ-ара төркиәтселәр конгресы материалдары йыйынтығының ҡайтанан нәшер ителгән яңы баҫмаһының презентацияһы көтөлә.

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта шулай уҡ ҡыҫҡаса ИКАНАС исеме аҫтында билдәле булған сираттағы Бөтә донъя төркиәтселәр конгресы Истанбулда, Әхмәтзәки Вәлиди Туған рәйеслегендә үткән.  

Вәлиди Туған иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл Төркиә тарихи йәмғиәтенең конференциялар залында үтәсәк.