11 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2010 йыл, 15:07

Иң яҡшы муниципалитеттар бүләкләнде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Шаршамбы Республика Йортонда «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. БР Муниципаль берәмектәр Советы һәм Республика Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидара буйынса совет тарафынан ойошторолған конкурс инде өсөнсө тапҡырына үткәрелә. Ул йылдан-йыл ҙурыраҡ популярлыҡ яулай бара. Был турала унда ҡатнашыусылар һаны ла раҫлай. Конкурс тәүге тапҡыр ойошторолған саҡта унда төрлө номинацияларҙа бер нисә генә кеше ҡатнашты. Аҙаҡтан ҡатнашыусылар һаны йөҙгә етте, ә быйыл инде 150-нән ашып китте.  

— Урындағы үҙидараны үҫтереү бөгөн көстәрҙе мөмкин тиклем туплауҙы талап итә, — тине БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов, конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлап. — Урындағы үҙидара – туранан-тура халыҡ тарафынан ойошторолған мөһим власть органдарының береһе. Ил Президенты Дмитрий Медведев, урындағы үҙидараның төп бурысы — граждандарға үҙ проблемаларын, өҫтән күрһәтмәһеҙ, үҙ аллы хәл итеү мөмкинлеге биреү, тип күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостанда бындай мөһим проблемалар ысынлап та урында хәл ителеүе беҙҙе шатландыра.

Быйылғы конкурстың үҙенсәлеге номинациялар һанының 17-гә тиклем артыуында – былтырғыларға тағы етәү өҫтәлде: «Иң яҡшы вәкәләтле орган», «Вәкәләтле органдың иң яҡшы депутаты», «Муниципаль райондың иң яҡшы сайты», «Ҡала округының иң яҡшы сайты», «Гражданлыҡ әүҙемлеген дәртләндереүҙең иң яҡшы практикаһы» һәм башҡалар.

Конкурста республиканың бөтә муниципаль берәмектәре лә ҡатнашты. Дүртөйлө ауыл Советының эштәр менән идара итеүсеһе Роза Мельникова – ауыл биләмәләре араһында, Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Игорь Туманин – ҡала биләмәләре араһында, Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡәҙәрғолов – ҡала округтары араһында һәм Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәрҙәр тип танылды. Ҡала биләмәһенең иң яҡшы башлығы тип – Бөрө ҡалаһы башлығы Евгений Виноградов, ә иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы тип Ҡариҙел ауыл Советы башлығы Рәмил Вәлинуров танылды. Ҡала һәм райондарҙың иң яҡшы сайттары өсөн беренсе урындар Октябрьский ҡалаһы һәм Мәләүез районы хакимиәттәренә бирелде. Ә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген яҡтыртыусы иң яҡшы журналист быйыл «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Лидия Громова булды.