Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башакадемтеатр имен булмаған ғаиләләрҙең балаларына Яңы йыл иртәлеге ойоштора

Йәмғиәт

24 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында имен булмаған ғаиләләрҙең балаларына Яңы йыл иртәлеге ойоштороласаҡ. Байрамға ҡаланың Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгенән, Өфөнөң Октябрь районы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенән, ҡаланың «Индиго» психологик-медик-социаль оҙата барыу үҙәгенән балалар саҡырылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙа.

Был көндө Башҡорт академия драма театрының йәш тамашасыларын шыршы тирәләй байрам тамашаһы, уйындар, конкурстар, шулай уҡ ысын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу көтә. Бынан тыш ҡунаҡтарға 22 декабрҙә театрҙа премьераһы үткән Яңы йыл спектакле — «Буратино» тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть