3 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2010 йыл, 14:29

Яңы йыл байрамдарында Мәскәү һәм Санкт-Петербургҡа өҫтәмә поездар ебәрелә

автор: Любовь Колоколова

Оҙайлы Яңы йыл байрамдары һәм уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдары осоронда Башҡортостан халҡының Рәсәйҙең баш ҡалаларына барыуға өҫтәмә мөмкинлеге буласаҡ.

22 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев филиалы Мәскәү һәм Санкт-Петербург йүнәлешендә өҫтәмә поездар билдәләй, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллин.