3 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2010 йыл, 13:41

Башҡортостан һәм Татарстан башлыҡтары президент вазифаһы атамаһын үҙгәртеү менән ҡабаланмаясаҡ

автор: Любовь Колоколова

Төбәк башлығы вазифаһы атамаһын үҙгәртеү менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов ҡабаланмаясаҡ. Был турала улар журналистарға Өфөлә ике республиканың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң белдерҙе.  

— Федераль закон бар, һәм төбәк етәкселәре вазифаларының нисек аталыуын Дәүләт Думаһы депутаттарына хәл итергә, — тип иҫәпләй Рөстәм Миңнеханов.

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең позицияһын ошолай билдәләне:

— 2015 йылға тиклем закон республика башлыҡтары атамаһын үҙгәртмәҫкә мөмкинлек бирә. Ваҡыт әлегә етерлек. Беҙ күршеләребеҙ менән кәңәшләшәсәкбеҙ, һәм был мәсьәләлә килешеп эш итербеҙ, тип уйлайым.