8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2010 йыл, 12:49

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә тәҡдим ителгән икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы квадрат метрына 44,4 мең һум тәшкил итә. Бер аҙнала ул 0,4 процентҡа артҡан.

Фатирҙарҙың бар сегменты ла ҡыйбатланған: бер һәм ике бүлмәлеләр — 0,4 процентҡа, өс бүлмәлеләр – 0,3 процентҡа, күп бүлмәле фатирҙарға уртаса хаҡ 0,5 процентҡа күтәрелгән.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә иң арзан өс бүлмәле фатир ҡалала 800 меңгә тәҡдим ителә. Был 45 квадрат метрлыҡ фатир К.Маркс урамында урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Ул дүрт бүлмәле, дөйөм майҙаны — 230 квадрат метр, М.Кәрим урамында урынлашҡан.

Бүлмәләр сегментындағы иң түбән хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 квадрат метр. Иң ҡиммәт бүлмә — 1100 мең һум: Сочи урамы, 17 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.