Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Белорет металлургия комбинаты Яңы йыл бүләктәренә миллион һумдан ашыу аҡса бүлде

Йәмғиәт

«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинаты үҙ хеҙмәткәрҙәре балаларына Яңы йыл бүләктәре әҙерләне.

Ата-әсәләре Белорет металлургия комбинатында эшләгән дүрт меңгә яҡын бала предприятиенан Яңы йыл бүләктәре аласаҡ. Яңы йыл сибәркәйе – шыршы формаһындағы матур төргәктәге тәмле күстәнәскә кило ярым шоколад һәм карамель кәнфиттәр, шулай уҡ киләһе йыл символы – йомшаҡ ҡуян уйынсығы һалынған. Балалар өсөн Белорет металлургия комбинаты коллективынан махсус Яңы йыл мөрәжәғәтнамәһе лә әҙерләнгән, унда балаларға предприятие һәм «Мечел» компанияһы тураһында һөйләнелә.

Уҙып барыусы йылда тәүге тапҡыр мәктәп партаһы артына ултырған балалар, ә улар ике йөҙ тирәһе, предприятиеның профсоюз комитетынан да Яңы йыл бүләге аласаҡ. Бындай байрам акцияһын профсоюз активы вәкилдәре алты йыл буйына үткәрә инде.

Белорет металлургия комбинаты Яңы йылға ҡарата хәйриә бүләктәре лә әҙерләй. Быйыл предприятие коллективы ата-әсәһеҙ ҡалған балаларға тәм-томдар бүләк итәсәк. Балалар өсөн Яңы йыл айҡанлы ҡотлау кампанияһына предприятияе етәкселеге бер миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть