8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2010 йыл, 11:20

Октябрьскийҙа ер милке өсөн яуаплы чиновник вазифаһынан бушатылды

автор: Ольга Мортазина

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 29 сентябрҙә хәбәр итеүенсә, Октябрьский ҡалаһында прокурор тикшереүе шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә ер бүлеү өлкәһендә законды тупаҫ боҙоуҙарын асыҡланы. Участкалар сауҙа үткәрмәйенсә бирелә, граждандарҙан ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан «Октябрьский нефтяник» гәзитенең бер нисә данаһында ғына баҫыла, ә реаль 12 меңлек тираж был иғланһыҙ сығарыла. Һәм ер участкаһы һатып алыуға ғаризаларҙы юғары чиновниктар араһынан кешеләр: урындағы тикшереү бүлеге етәксеһе һәм уның урынбаҫары, ҡала судының федераль судьяһы, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы һалым енәйәттәре буйынса бүлек начальнигы һәм башҡалар биргән.

Һөҙөмтәлә БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса Милек менән идара итеү комитеты рәйесе эштән сығарыла. Уның урынбаҫарына иҫкәрмә яһала, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһында.

темалар: коррупция