5 декабрь, Дүшәмбе

23 декабрь 2010 йыл, 11:07

Яңы йыл байрамдарында ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрәсәк

автор: Любовь Колоколова

Яңы йыл байрамдарында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә ҡала яны поездарының расписаниеһы үҙгәрәсәк.

Пассажирҙар үтенесе буйынса Яңы йыл һәм Раштыуа каникулдары көндәрендә электр поездары хәрәкәтенең киләһе тәртибе билдәләнә: 31 декабрь – йома расписаниеһы буйынса; 1-10 ғинуарҙа — йәкшәмбе расписаниеһы буйынса; 11 ғинуарҙа — шишәмбе расписаниеһы буйынса.

Шулай уҡ Раевка, Абдулино, Аша һәм Урман тарафына өҫтәмә поездар билдәләнә. Инйәргә лә 11 ғинуарҙа өҫтәмә поезд билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлештәге поездар 5 һәм 6 ғинуарҙа булмаясаҡ.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе етәкселеге пассажирҙарҙы юлға сығыр алдынан ҡала яны поездарының расписаниеһын асыҡлау кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.