8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2010 йыл, 10:20

Социаль туристар Башҡортостандан Ҡазанға йөрөйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Социаль туризм проекты сиктәрендә Башҡортостанда төбәк халҡы Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға йөрөйәсәк. Бында, иң элек, ил буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек биреләсәк оло йәштәге әүҙем кешеләр хаҡында һүҙ бара. Был турала кисә Татарстан менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған ваҡытта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Республика башлығы аңлатыуынса, был пилот проекты федераль кимәлдә хупланған һәм яңы йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов социаль туризмды үҫтереүҙең инициаторы булды. Идеяны Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев хупланы. 2011 йылда пенсия йәшендәге кешеләргә туристик юлламаны компенсациялауға республика ҡаҙнаһынан 37-38 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Социаль туризм программаһын БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты әҙерләй. Яҡын арала ул Башҡортостан Хөкүмәте менән раҫланырға тейеш.