8 декабрь, Кесе йома

23 декабрь 2010 йыл, 9:57

Рөстәм Хәмитов Татарстанға яуап сәфәре планлаштыра

автор: Любовь Колоколова

Киләһе йыл башында республика делегацияһы Татарстан тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Ҡазанға барасаҡ. Был турала журналистарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күрше республика менән Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң әйтте.

— Татарстан беҙгә сәнәғәт комплексын модернизациялау, инновациялар менән әүҙем шөғөлләнеүсе төбәк булараҡ ҡыҙыҡлы. Бында индустриаль һәм технопарктар байтаҡ. Етмәһә, беҙ нефть эшкәртеү комплекстары өсөн бер сеймал менән «туҡланабыҙ» бит, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү кәрәклеген дә билдәләне. Уның әйтеүенсә, күрше республиканан беҙгә шағирҙар, яҙыусылар, артистар, рәссамдар күберәк килһендәр, ә беҙҙекеләр Татарстанда йышыраҡ булһындар.