Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәштәр мәғлүмәт үҙәге Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән өсөн өс миллион һум грант алды

Йәмғиәт

Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге — Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ведомствоһындағы учреждение өс миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Был наградаға үҙәк сәләмәт йәшәү рәүешен һәм физик культураны пропагандалау буйынса эште иң яҡшы ойоштороуға Бөтә Рәсәй конкурсында «Мәғлүмәт картаһы» номинацияһында еңгән өсөн лайыҡ булды.

Финалға сығыусылар «мәғлүмәт карталарын» яҡлау-презентациялауҙа ҡатнашты. Төп приз өсөн Башҡортостан менән бер рәттән Алтайҙан, Красноярскиҙан, Камчатканан, шулай уҡ Калуга, Липецк, Ырымбур, Пенза, Төмән һәм Силәбе өлкәләренән, Бурятия һәм Сыуаш Республикаһынан ҡатнашыусылар көрәште, тип хәбәр итә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Эштәрҙе Рәсәй спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Павел Колобков етәкселегендәге конкурс комиссияһы баһаланы.

Проект менән Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Елена Ледяйкина һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса бүлек белгесе Ләйсән Сәлимова таныштырҙы.

Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге шулай уҡ Рәсәй спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть