11 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2010 йыл, 18:14

Абдулла Исмәғилев вафат булды

автор: "Башинформ"

Егерме йыл буйы “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”) гәзитендә баш мөхәррир булып эшләгән Абдулла Исмәғилевтең йөрәге 2010 йылдың 21 декабрендә тибеүҙән туҡтаны. Был – редакция коллективы өсөн генә түгел, ә күп һанлы гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу.

Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев 1929 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Ейәнсура районы) Мәзит ауылында тыуған. Урта белем алғас, 1952 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, 1957 йылда Орск педагогия институтын тамамлай. 1947 йылдан Абзан районы Мөхәмәтйән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, 1953 йылдан Өмбәт урта мәктәбендә директор, 1955 йылдан партияның Абзан район комитетында бүлек мөдире, КПСС-тың Ейәнсура район комитетында 1956 йылдан бүлек мөдире, 1957 – 1962 йылдарҙа секретарь булып эшләй.

1965 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлап һәм бер ыңғай кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Башҡортостанға ҡайта. Уны “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бер йыл мөхәррир урынбаҫары булып эшләгәс, 1966 йылдан алып 1986 йылға тиклем, ике тиҫтә йыл буйы, ул республикабыҙҙың төп гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын атҡара. Үтә егәрле, эшлекле, үҙенә лә, бүтәндәргә лә ҡарата бик талапсан етәксе булды. Гәзитте уҡымлы, йөкмәткеле итеп сығарыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә белеү, телгә иғтибарлы булыу бигерәк тә ул осорҙа редакция коллективының көндәлек иғтибар үҙәгендә тора. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа осрашыуҙар һәм уҡыусылар конференциялары үткәрелә. Быларҙың барыһы ла тираждың байтаҡҡа артыуына килтерә, халыҡ араһында баҫманың абруйы бермә-бер күтәрелеүенә булышлыҡ итә. А. Ғ. Исмәғилев йәш журналистарҙы тәрбиәләп үҫтереү буйынса күп эш башҡара. Бөгөн башҡорт журналистикаһының уҙамандары булған күп кенә публицистар һәм журналистар ҡанаттарын уның янында нығытҡан.

Республика гәзитенә етәкселек итеү менән бер рәттән Абдулла Ғиниәт улы 1966 – 1969 йылдарҙа БАССР Журналистар союзы рәйесе була. 1986 – 1988 йылдарҙа – БАССР кинофикация дәүләт комитеты рәйесе.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә: биш йыл “Известия Башкортостана” гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь була, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында яуаплы секретарь вазифаһын башҡара. Абдулла Ғиниәт улы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ҡәләмен ҡулынан төшөрмәне, уның төплө, фәһемле мәҡәләләрен гәзит уҡыусылар һәр ваҡыт көтөп алды.

Тарих фәндәре кандидаты А. Ғ. Исмәғилев – етенсе – ун беренсе саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, әүҙем журналист Абдулла Ғиниәт улы хаҡындағы яҡты хәтирә беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологҡа БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты Етәксеһе Зөфәр Еникеев, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов, БР Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Абдулла Исмәғилевтың хеҙмәттәштәре Татьяна Сырвачева, Рәлиф Кинйәбаев, Фаил Фәтхетдинов, Артур Дәүләтбәков, Максим Ульчев, Шамил Вәлиев, Марсель Сәлимов, шулай уҡ Ейәнсура районы һәм Киров районы хакимиәте башлыҡтары Әлфәрис Байсурин менән Салауат Сәғитов ҡул ҡуйған.

темалар: хәтер