Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә торлаҡ ремонтлауға биш миллиард һумды өс йылда тотонғандар

Иҡтисад

Өфөлә 2008 – 2010 йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау адреслы программаларын тормошҡа ашырыуға биш миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. Был турала шишәмбе көнө ҡала башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралығы начальнигы Андрей Федосов хәбәр итте.

— Был сумманың яртыһын тиерлек Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары тәшкил итте, — тине ул. – Ҡалған аҡса ҡала, республика бюджеттары, бина хужалары һәм идара итеүсе компаниялар иҫәбенә йәлеп ителде. Программаларҙы бойомға ашырыу 467 күп фатирлы йортто ремонтларға һәм 135 меңдән ашыу кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть