6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 17:07

Өфөлә 186 лифтты алмаштырҙылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау адреслы программаһы барышында 2010 йылда 186 лифт алмаштырылған. Был турала шишәмбе көндө ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Ҡала тормошон тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов хәбәр итте.

— Лифт ҡорамалдарын күпләп алмаштырыу быйыл капремонттың төп үҙенсәлеге булды, — тине ул. – Бығаса ҡалала бындай күләмдә лифттар алмаштырылмай торғайны. Сағыштырыу өсөн, адреслы программалар барышында һуңғы өс йылда алмаштырылған лифттарҙың дөйөм иҫәбе 387 берәмек тәшкил итте.

Андрей Федосов әйтеүенсә, 2010 йылда торлаҡ фондын реформалаштырыуҙа энергияны һаҡсыл ҡулланыусы ҡорамалдарға баҫым  яһалған. Шулай итеп, 26 торлаҡ йортта автоматлаштырылған идара системаһы менән 33 йылылыҡ счетчигы ҡулланыуға тапшырылған, һигеҙ йортта сарҙаҡ түбәләре йылытылған, 68 подъезда хәрәкәт датчиктары менән яҡтыртҡыстар һәм энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйылған.

Лифттарға килгәндә, Андрей Федосов билдәләүенсә, ағымдағы йылдың октябрендә уларҙың хәүефһеҙлеге тураһында яңы техник регламент көсөнә инде, уға ярашлы Ростехнадзор лифттарҙы ҡабул итеүҙән ситләтелде. Лифт ҡорамалдарына тулыһынса техник тикшереүҙе аккредитация үткән бойондороҡһоҙ ойошма йәки лаборатория үткәрә.