Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Благовещен районы башлығы итеп Фәрит Фазылов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

22 декабрҙә Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Фәрит Фазылов тәғәйенләнде.  Ул был вазифаны конкурс һөҙөмтәләре буйынса биләне һәм бөгөн муниципаль район Советы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы.

Фәрит Хәмит улы Фазылов Саҡмағош районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа Имәнлеҡул ауыл хужалығы техникаһы бүлексәһе слесары, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы машиналары кафедраһы технигы, малсылыҡты механизациялау кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Вуздың комсомол комитетын етәкләй.  

Өфөгә күсеп килгәндән һуң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында эшләй. Торлаҡ ремонт-эксплуатация участкаһы начальнигынан алып баш ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары, һуңынан беренсе урынбаҫарына тиклем юл үтә.

Фәрит Фазыловтың һуңғы эш урыны — Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте, унда 2009 йылдан алып ул район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть