6 декабрь, Шишәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 16:46

Өфө халҡы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә йышыраҡ ялыу бирә башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр сифатына ялыу менән йышыраҡ мөрәжәғәт итә башланы. Был турала шишәмбе көндө ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ағымдағы йылдың 10 айында Өфө халҡынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатына һәм санитар нормалар боҙолоуға ҡарата 525 ялыу килгән.

— Ялыуҙар иҫәбенең артыуы ҡулланыусыларҙың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә белеме артыуы менән бәйләнгән, — тип иҫәпләй Нәсимә Күсимова. – Бик йыш өфөлөләр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе дөрөҫ иҫәпләмәүҙәренә, торлаҡ йорттарҙы файҙаланғанда санитар нормалар үтәлмәүгә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен башҡарыусылар тураһында ышаныслы мәғлүмәт бирелмәүенә зарлана.

Нәсимә Күсимова һүҙҙәренсә, Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бик йыш эҫе һыу температураһының түбән булыуына ялыу бирелә. Нормативтар буйынса ул 60 – 75 градуста булырға тейеш, әммә бик күп кешеләр уларҙа эҫе һыуҙың 50 һәм унан түбәнерәк градуста булыуына зарлана. Кешеләр ризалашырға мәжбүр булған ябай уңайһыҙлыҡтан тыш, бының насар эҙемтәләргә лә килтереүе ихтимал.  Мәҫәлән, төрлө инфекциялар тыуҙырыусы микроорганизмдар бындай һыуҙа тере ҡала, ә 60 һәм унан юғарыраҡ градустағы температурала һәләк була.