4 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 16:14

Башҡортостан менән Татарстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөлдө

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә 22 декабрҙә Башҡортостан менән Татарстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һүҙ бында ике республиканың сауҙа-иҡтисади, социаль, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге тураһында бара.

Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда ҡул ҡуйылды. Ике яҡлы килешеү аҫтына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, 2011-2012 йылдарға күрһәтелгән өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды.

Был Килешеүгә ҡул ҡуйыу ике күрше республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тантана башланыр алдынан бөгөн ике Президент та шул турала телгә алды.  

— Татарстан делегацияһына республикабыҙға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерергә теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ – беҙҙең күптән көтөлгән ҡунаҡтарыбыҙ һәм яратҡан күршеләребеҙ. Беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ бик күп — тел, мәҙәниәт, традициялар, һөйләшер һүҙҙәребеҙ ҙә байтаҡ. Һис шикһеҙ, беҙҙең киләсәгебеҙ һәм мәнфәғәттәребеҙ ҙә уртаҡ. Алдыбыҙҙа торған бурыстар ҙа бер үк: кешеләрҙе эш, лайыҡлы эш хаҡы һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү.

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан менән Татарстанға бер-береһенән өйрәнер нәмәләр ҙә бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙ – илебеҙҙең төп индустриаль төбәктәре. Әгәр көстәребеҙҙе берләштерһәк, Рәсәй Федерацияһында беҙгә тиңдәр булмаясаҡ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.