11 декабрь, Йәкшәмбе

22 декабрь 2010 йыл, 15:48

Төп шыршы байрамы утын бер юлы ике Президент тоҡандырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында республиканың төп шыршы байрамы үтә. Республиканың иң уңған балалары өсөн Яңы йыл тамашаһын бер юлы ике – Башҡортостан һәм Татарстан Президенты асты.

— Бөгөн был залда үҙ хеҙмәте, үҙ белеме менән ошо шыршы байрамында ҡатнашыу хоҡуғы яулаған иң яҡшы, иң тырыш, иң аҡыллы балалар йыйылған, — тине, Яңы йыл шоуында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Мин һеҙҙең республиканың ысын патриоттары булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

Рөстәм Хәмитовтың саҡырыуы буйынса төп шыршы байрамына Татарстан Президенты Рөстәм Минниханов килде.

— Беҙ ике Рөстәм һәм бында йыйылған бөтә балалар мотлаҡ бәхетле булырға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Нурғәли улы. — Мин барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым һәм һеҙгә уңыштар теләйем.

Был көндө Башҡортостандың ике балалар учреждениеһы бер юлы ике өр-яңы микроавтобус алды. Президенттар, ысын Ҡыш бабайҙар кеүек, Өфөнөң 13-сө махсус коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында һәм 1-се Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең теләген үтәне. Һәр Президент был сағыу Яңы йыл байрамында уларға микроавтобус тапшырҙы.

Республикала Президент шыршыһы ун бишенсе тапҡыр үткәрелә. Быйыл төбәк башлығы менән бергәләп шыршы тирәләй әйләнеү хоҡуғын Башҡортостан мәктәптәренең 780 уҡыусыһы яуланы. Былар уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре балалары. Коррекцион мәктәп-интернаттарҙан һәм балалар йорттарынан балалар ҙа, бар хәсрәттәрен онотоп, рәхәтләнеп күңел асты.  

Президент шыршыһына республиканың 39 районынан уҡыусылар килгән. Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе Ҡыш бабай ҡулынан бүләк алыу тураһында хыяллана.