Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Хужалыҡтар тоҡомло йәш малды экспортҡа оҙата

Иҡтисад

Башҡортостандың күп хужалыҡтары тоҡомло йәш һыйыр малы үҫтереү менән шөғөлләнә.  Атап әйткәндә, Дүртөйлө районында малсылыҡ тап тоҡомсолоҡ йүнәлешендә үҫтерелә. Егерме ауыл хужалығы предприятиеһынан 16-һы бында ҡара-ала һәм бестужев тоҡомло һыйыр малы үрсетеүгә һәм һатыуға федераль лицензия менән тоҡомсолоҡ заводтары һәм репродукторҙары статусына эйә. Райондағы бөтә һыйыр малының 80 проценттан ашыуы тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында аҫрала.  

Йыл һайын хужалыҡтар мең баштан ашыу тоҡомло йәш мал һата. Уны республикала ғына түгел, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә һәм яҡын сит илдәрҙә лә теләп һатып алалар. Күптән түгел, мәҫәлән, Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы Ҡаҙағстанға йөҙ ҡара-ала тоҡомло башмаҡ оҙатты. Бының менән хужалыҡ районда беренсе булып юғары продуктлы малды экспортҡа оҙатыу иҫәбен асты.

Билдәле бер йүнәлеш тотоп мал аҫрау — ауыр, әммә төшөмлө эш. Быйыл тоҡомло мал аҫрау өсөн тоҡомсолоҡ хужалыҡтарына 30 миллион һумдан ашыу дотация бүленде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть