8 декабрь, Кесе йома

22 декабрь 2010 йыл, 13:35

Корея Башҡортостанға энергияны һаҡлау продукцияһы етештереүҙе ойоштороуҙа ярҙам итәсәк

автор: Любовь Колоколова

15 — 17 декабрҙә сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Роберт Ваһапов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы визит менән Корея Республикаһында булды. Делегация составына «7 континент», «Урал Софт», «Башземагро» компаниялары етәкселәре инде.

БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы хәбәр итеүенсә, визит сиктәрендә энергияны һаҡлау продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән Корея предприятиеларына сәфәр яһалған. Үткәрелгән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм KE&S Holdings акционерҙар йәмғиәте компанияһы (Корея Республикаһы) араһында хеҙмәттәшлек итергә ниәтләүҙәре тураһында протоколға ҡул ҡуйылған. Документ Башҡортостанда 2014 йылға тиклем берлектәге предприятие ойоштороуҙы һәм энергияны һаҡлау продукцияһы етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙаллай.