9 декабрь, Йома

22 декабрь 2010 йыл, 13:08

Уҙған тәүлектә республикала 12 янғын теркәлгән

автор: Руфина Хананова

Башҡортостанда үткән тәүлектә 12 янғын теркәлде, шуларҙың икәүһе – баш ҡалала.  

Күмертау ҡалаһында шәхси хужалыҡтарҙың береһендә сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә ике кеше төрлө дәрәжәләге термик бешеүҙәр алған. Ут аш бүлмәһендә сыҡҡан, артабан ҡыйыҡҡа һәм һарай менән мунсаға күскән.

Ирле-ҡатынлы утты үҙҙәре һүндерергә тырыша, әммә һөҙөмтәһе булмай, улар беренсе һәм икенсе дәрәжәләге бешеүҙәр ала.  

Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр утты артабан таралыуҙан туҡтата һәм һүндерә. Янғындың кер йыуыу машинаһының электр сымынында ҡыҫҡа замыканиенан сығыуы ихтимал.  

темалар: янғын