8 декабрь, Кесе йома

22 декабрь 2010 йыл, 12:56

«Биатлон» комплексы тиҙҙән Бьорндаленды ҡабул итә аласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы тиҙҙән ярыштарҙа донъя күләмендә билдәле спортсыларҙы ҡабул итә аласаҡ. Мәҫәлән, Бьорндален кеүектәрҙе. Был турала "Биатлон" комплексы етәкселәре шаршамбы көндө комплексҡа килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңнехановҡа хәбәр итте.

Бында махсус ҡунаҡ йорттары төҙөлгәндән һуң, билдәле биатлонсыларҙы Өфөлә ҡабул итергә мөмкин буласаҡ. Бындай йорттар, халыҡ-ара стандарттар буйынса, дүрттән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа уларһыҙ ҙа "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы Европа нормаларына тап килә һәм Европа чемпионатын үткәреүгә бөгөндән үк әҙер.

Рөстәм Хәмитов һәм Рөстәм Миңнеханов "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексының спортсылар дүрт урынлыҡ номерҙарҙа йәшәгән ҡунаҡханаһын, шулай уҡ спорт залын һәм ашхананы ҡараны. Бынан һуң ике президент та биатлон винтовкаларынан атыуҙа күнекмә үткәрҙе.    

темалар: визиттар