Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Семинарҙа ер һәм милек закондары тикшерелде

Иҡтисад

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында «Ер һәм милек закондарына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр» темаһына консультацион семинар үткәрелде. Унда Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларынан 30-лап вәкил ҡатнашты. Семинарҙа БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы, Өфө хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитеты, Росреестрҙың БР буйынса идаралығы төп белгестәре сығыш яһаны.  

Мөһим проблемаларҙы тикшергәндә тыңлаусылар юғары әүҙемлек күрһәтте. Ерҙе бер категориянан икенсеһенә күсереү, ер участкаларына һәм уларҙа урынлашҡан күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе, ер участкаларына хоҡуҡтарҙы ҡайтанан теркәү, ерҙең хаҡын баһалау кеүек мәсьәләләр айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Билдәләнгән проблемаларҙы тикшереү лекторҙар һәм тыңлаусылар араһында йәнле диалог формаһында үтте, тип хәбәр итә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть